+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2019, 12:48

«Йөрәк һүҙе» йөрәккә етә

Рәхмәт ауылында шиғыр һөйләүселәр араһында «Йөрәк һүҙе» конкурсы үтте. 92 йәшлек Нурлығаян инәй Мансурова күңелдәрҙе елкендерерлек бер нисә шиғырын ятлап, төп бүләккә лайыҡ булды. Гүзәл Әхмәҙиева милли геройыбыҙ Салауат Юлаев тураһында тетрәндергес шиғыр һөйләне, илһөйәрлек темаһына арналған үҙенең шиғырын да уҡып ишеттерҙе. Ҡафиҙа Ғәлимова тыуған төйәге тураһында уйҙарын шиғри юлдарға һалған: уның «Тыуған ауыл» тигән шиғырын яратып ҡабул иттеләр. Гөлниса Йәнсәйетова «Мин ҡаҙҙар осорам» әҫәрен образға инеп, оҫта башҡарҙы. Башланғыс кластар уҡыусылары араһында ла был ижади бәйге йөкмәткеле үтте. Еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.


Читайте нас: