+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2019, 12:43

«Уңайлы мөхит» кем өсөн уңайлы?

Йәштәр форумында ҡатнашып, республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров уңайлы мөхит мәҙәниәте беҙҙә яйға һалынмағанлығын билдәләне. Республика етәксеһенә мөрәжәғәт итеүсе билдәле блогер, спортсы, коляскала йөрөүсе Рөстәм Нәбиев: «Башҡортостанда 300 мең инвалид йәшәй, шуларҙың 7 меңе коляскала хәрәкәт итә. Әммә уларҙы һеҙ урамда һирәк осратырһығыҙ, сөнки иркенләп урамда йөрөү, учреждениеларға барыу мөмкинлеге юҡ», — тине. Уның һүҙҙәрен раҫлап, Радий Фәрит улы физик мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн билдәле берәй маршрут эшләп (мәҫәлән, күп ҡатлы йорттан алып, социаль учреждениеға, магазинға тиклем) тикшерергә һәм юл ҡаршылыҡтар тыуҙыра икән, был хәлде кисекмәҫтән төҙәтергә кәрәк, тине.
Читайте нас: