+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2019, 12:59

Шағирҙың 100 йыллығына ҡарата

Ташбулат ауылының моделле китапханаһы даими дуҫтары өсөн Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған әҙәби кисә үткәрҙе. Йыйылыусылар, Әҡлимә Сәйәхова халыҡ шағирының тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, Сабит Ғүмәровтың, Мөғәллим Ҡужахмәтовтың иҫтәлектәре менән таныштылар. Гүзәл Табабилова бай йөкмәткеле китап күргәҙмәһе әҙерләгән. Һуңынан һәр кем баласаҡтан күңеленә яҡын булған М. Кәрим шиғырҙарын илһамланып уҡыны, йырҙар йырланды. Алмас Әхтәмов, Рәғиҙә Ғабдуллина, Гәүһәр Бадалова, Фәрзәнә Аратурованың сығыштары иң яҡшылары тип табылды.

Гәүһәр НӘБИУЛЛИНА.
Читайте нас: