+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2019, 16:26

Һаҡ булығыҙ: боҙлауыҡ!

Юлдарҙа хәүефле хәл һаҡлана — көндөҙ иретеп, төнөн туңдырыуы арҡаһында күп урындарҙа боҙлауыҡ, томан барлыҡҡа килә, епшек ҡар ҙа тәгәрмәстәрҙең трассанан ышаныслы барыуын тәьмин итеүгә ҡамасаулай. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы ошо осорҙа водителдәрҙе айырыуса уяу булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаҫҡа саҡыра. 2 мартҡа ҡараған төндә Сермән — Амангилде — Баймаҡ юлында, Буранғол ауылы эргәһендә юл фажиғәһе теркәлде. Сибай ҡалаһынан 28 йәшлек водитель ВАЗ-2114 машинаһына идара итеп, алда барған автомобилде уҙырға ниәтләй. Әммә ул трасса ситендә торған йөк машинаһына бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә ауыр йәрәхәттәр алған водитель дауаханаға барып етмәйенсә, «Ашығыс ярҙам» машинаһында йән бирә. Пассажиры ла ауыр хәлдә. Ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Читайте нас: