+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Март 2019, 12:24

Балаларға айлыҡ түләм тураһында

2018 – 2019 йылда беренсе сабыйы тыуған (уллыҡҡа алған) ата-әсәләр РФ гражданы булһа һәм Рәсәй биләмәһендә даими рәүештә йәшәһә, бала ла Рәсәй гражданы итеп теркәлһә, бер ғаилә ағзаһының айлыҡ килеме 14328 һумдан артмаһа, айлыҡ аҡсалата түләм юллай ала. Беренсе бала өсөн пособие 2019 йылда 9182 һум тәшкил итә. 2018 – 2019 йылда тыуған өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн айлыҡ түләм 8993 һум. Был матди ярҙамды юллау өсөн РФ гражданы булырға һәм Башҡортостан биләмәһендә даими рәүештә йәшәргә кәрәк. Бер ғаилә ағзаһының килеме БР Хөкүмәте балалар өсөн билдәләгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Документтарҙы күп функциялы үҙәктәр ҡабул итә.


Читайте нас: