+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Март 2019, 15:54

Барыһына бер ҡағиҙә

Ҡариҙел районында уҙған Урман форумында ҡатнашып, республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров урман менән файҙаланыусылар барыһы ла бер ҡағиҙә буйынса эш итәсәк, ҙур ҡуртымсылар ҙа шул уҡ яуаплылыҡ тотасаҡ, тип белдерҙе. «Әгәр кемдер законды боҙоуға юл ҡуя икән, улар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләйәсәк», — тине етәксе. Радий Хәбировты борсоған төп һорау урманды ҡуртымға алыусылар ағас әҙерләү менән шөғөлләнмәй, биләмәләрҙе икенсе ойошмаларға ҡуртымға биреүе. Ошо арҡала ағастарҙы законһыҙ һәм күпләп ҡырҡыуға, республиканан ситкә сығарыуға юл ҡуйыла. Бынан ары, Башҡортостан сигендә ағас сығарыусыларҙы тикшереүсе айырым структура эшләйәсәк.


Читайте нас: