+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 13:09

Ҡоролтайға әҙерлек башланды

Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уҙғарыу мәсьәләләре буйынса ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы. «Был юлы ҡатнашыусылар сафы йәшерәк. Был үҙенә күрә йәш, заманса, эшлекле ҡоролтай буласаҡ, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн Швейцария, АҠШ, Великобританияла онлайн-майҙансыҡтар ойошторола, тура трансляция алып барыласаҡ». Башҡарма комитет шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 2019 – 2050 йылдарға иҫәпләнгән «Халыҡ көсөн — халыҡ өсөн!» башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын әҙерләү тәҡдимен индерҙе. Документты әҙерләүҙә һәр кем ҡатнаша ала, тәҡдимдәрҙе http://strategy.bashkort.org/ сайтына ебәрергә кәрәк.


Читайте нас: