Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың — 100 һәм университеттың 110 йыллығына арналған «Башҡортостан Республикаһында һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә башҡорт телен туған һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың хәҙерге проблемалары» тип аталған IV Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы) фәнни-методик конференция үтте. Унда республиканан һәм башҡа төбәктәрҙән йөҙҙән ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. 1-се Асҡар урта мәктәбе уҡытыусыһы З. Р. Ғәлләмова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙа көнүҙәк проблемалар» темаһына сығыш яһаны һәм ҡатнашыусы сертификаты менән билдәләнде. Уның тәрән әһәмиәткә эйә доклады фәнни-методик конференция материалдары йыйынтығына индерелде.