+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Март 2019, 13:09

Һыбайлылар «Аҡбуҙат»ҡа саҡырыла

24 мартта баш ҡалала, «Аҡбуҙат» ипподромында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тәүге атлылар турниры үтә. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров «Терра Башҡортостан» тип исемләнгән сараға Башҡортостанда йәшәүселәрҙе тамашасы сифатында килергә лә саҡырып, социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итте. Тәүге турнирҙа атаҡлы спортсылар, ветерандар, йәштәр ойошмалары йәлеп ителә. Бәйгелә Дыуан, Әлшәй, Баймаҡ райондары командалары менән бер рәттән Әбйәлил һыбайлылары ла ҡатнашасаҡ. Һуңғы заезда жокейҙар аттары менән алмашынып, сығыш яһаясаҡ, тип көтөлә.
Читайте нас: