Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ҡотороҡ буйынса 5 марттан карантин индерелде. Карантин зонаһында малдарҙы һатыу-һатып алыу тыйыла, шулай уҡ был биләмәлә йәнлек аулау рөхсәт ителмәй. Ошоға бәйле республиканың ветеринария идаралығына был ауырыуҙың килеп сығыу сәбәптәрен асыҡларға һәм ҡотороҡ сирен бөтөрөү саралары күрергә ҡушылды.