+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2019, 12:43

Хәрби үҙәктәр яңынан ойошторола

Күпселек вуздарҙа ябылған хәрби кафедралар киренән асыласаҡ, тип хәбәр итә «Башинформ». Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, илдең 93 юғары уҡыу йортонда хәрби уҡыу үҙәктәре ойошторола. Вуздар исемлегендә Өфө дәүләт авиация-техник университеты бар. Ул әлегә Башҡортостанда хәрби кадрҙар әҙерләүсе берҙән-бер вуз. Университет базаһында эшләүсе хәрби үҙәкте тамамлаусы студенттар сержант, лейтенант званиелары алып сыға.
Читайте нас: