+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2019, 12:44

Яман шеште иртә асыҡлаған өсөн

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров яман шеш сирен иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы аҡсалата бүләкләү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бындай проекттар бер нисә илдә ҡулланыла икәнлеген белдерҙе. Документҡа ҡул ҡуйылһа, пациенттарҙа онкологияны иртә стадияла асыҡлаусы поликлиника табиптарына 6 мең һумлыҡ премия түләнәсәк. Был сара медицина хеҙмәткәрҙәренә яман шеш сәбәптәрен күҙ уңынан ысҡындырмауға, диагностика менән етди шөғөлләнеүгә этәргес буласаҡ, тип иҫәпләйҙәр ведомствола. 2018 йылда республикала онкосирле 3154 кеше асыҡланған, быйыл яман шеште дауалауға милли проект сиктәрендә 1,8 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана.


Читайте нас: