+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Март 2019, 14:00

«Ипотека каникулдары» үҙ көсөнә инде

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләр өсөн «ипотека каникулдары» тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. РФ Президенты В. Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе сиктәрендә эшмәкәрлеккә алынған был проект банктарҙың иҡтисади килеме кешеләргә зыян килтермәҫкә тейешлеген төп маҡсат итеп ҡуя. Ҡапыл ғына эшен юғалтҡан, инвалидлыҡҡа дусар булған, йәки башҡа төрлө финанс ҡыйынлыҡтар кисергән граждандар ипотека түләүҙе кисектереп тора ала һәм айлыҡ түләмдәрҙе кәметеү мөмкинлегенә эйә була. «Бәләгә ҡалған кеше берҙән-бер торлағынан баш ҡағырға тейеш түгел, ул ипотека түләү мөҙҙәтен оҙайтыуҙы һорап, банк исеменә ғариза яҙа ала», — ти проект авторы, Дәүләт Думаһы рәйесе В. Володин.
Читайте нас: