Район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡовтың ҡарарына ярашлы, 6 апрелдән 11 майға тиклем Әбйәлил биләмәһендә экологик өмәләр иғлан ителә. Тирә-яҡ мөхиттең санитар-экологик торошон яҡшыртыу, урам, ауылдарҙы таҙартыу маҡсатында бөтә ойошма-предприятиеларҙа, ауыл биләмәләрендә эшләүселәр, ауылдар халҡы дөйөм эшкә саҡырыла. Башҡарылған таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәренә 25 майҙа йомғаҡ яһаласаҡ.