Район хакимиәте башлығы ҡарары менән апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа ауыр йөк ташыусы автомобилдәр хәрәкәтенә сикләү индерелә. Бындай сара юлдар торошон һаҡлау маҡсатында күрелә. Сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, мал-тыуар йәки ауыл хужалығы машиналарын ташыусы техникаға, ҡотҡарыусыларҙың йөк автомобилдәренә ҡағылмай.