+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2019, 12:40

Хәйҙәр Вәлиев БР Башлығы хакимиәтенә эшкә күсте

Яҡтабышыҙ, Тәпән ауылы уҙаманы, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты. БР Башлығы хакимиәте етәксеһе Алесандр Сидякин әйтеүенсә, Х. Вәлиев Хөкүмәткә эшкә күсеп, төп идаралыҡтарҙың береһен етәкләйәсәк, уның ҙур тәжрибәһе республиканың кадрҙар сәйәсәтенә йүнәлтеләсәк. Республика Башлығы Указы менән Хәйҙәр Арслан улы Вәлиевҡа «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы, шулай уҡ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының «Һайлауҙар ойоштороуҙағы хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе һәм БР Үҙәк һайлау комиссияһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Читайте нас: