Район прокуратураһы тикшереүе һөҙөмтәһендә, хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары боҙолоу осраҡтары асыҡланды. «Асҡар» МУП-ы директоры, мәҫәлән, декрет ялына киткән ҡатынға өс айҙан ашыу йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие түләмәй, бөтәһе 77 мең һумлыҡ бурыс йыйған. «Ярҙам» коммерциялы булмаған автономлы ойошма 28 хеҙмәткәргә тейешле эш хаҡы буйынса 50 мең һумлыҡ бурыс йыйған.