БР мәғариф министры А. Хажин әйтеүенсә, республика мәктәптәренең 60 проценты 1 апрелдән 5 көнлөк уҡыуға күсте. Сығарылыш кластары әлегә алты көнлөк режимда ҡала, сөнки улар элекке уҡыу планы буйынса белем туплай, дәүләт имтихандарына әҙерләнә. «Тик улар барыбер артабан да алты көн уҡымаясаҡ, — тине быға яуап итеп БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров. — 2019 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың бөтә мәктәптәре лә 5 көнлөк уҡыуға күсә. Проекттың минустарын да инҡар итмәйем, әммә уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләргә ваҡыт бар. Быны мәғариф системаһындағы реформа тип аңлағыҙ».