Новости
12 Апреля 2019, 07:36

«Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы иғлан ителә

Добавить в предпочтительные источники Google
20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостан урмандарын тергеҙеү маҡсатында «Йәшел Башҡортостан» экологик акция уҙғарыла. Был бурысты Ҡариҙел районында үткән урман форумында БР Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәбиров ҡуйғайны. Сара сиктәрендә райондарҙа ағас үҫентеләре ултыртыу өмәләре, республиканың 100 йыллығына арналған аллеялар булдырыу планлаштырыла, ә 27 апрелдә бөтә Башҡортостан халҡы «Ағас ултырт — тормош бүләк ит!» тигән ҙур акцияға сығасаҡ. Бөтәһе 1 миллион 600 мең үҫенте ултыртыу күҙаллана.
Читайте нас