+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2019, 12:08

Һәләтле әсәйҙәр саҡырыла

Башҡортостан телерадиокомпанияһы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙар өсөн «Әсәлек таланттар аса» тип исемләнгән күргәҙмә ойоштора. Бәпәй ҡарау буйынса декрет ялында булған һәм һүрәт төшөрөү менән шөғөлләнгән һәләтле ҡатындар был үҙенсәлекле күргәҙмәлә ҡатнаша ала. Рәсемдәрҙе акварель, гуашь, аҡбур, хатта ябай ҡәләм менән дә төшөрөргә мөмкин. Һүрәттең ҙурлығы ниндәй булһа ла ярай. Ҡатнашырға теләһәгеҙ семьярб.рф сайтына инеп, ҡағиҙәләр менән таныша алаһығыҙ.


Читайте нас: