Буранғолда «Сәләмәт ауыл» район конкурсы сиктәрендә Ишморат Усманов иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте. Мәктәптең спорт залында уҙған сараны Буранғол биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов асып, спортсыларҙы тәбрикләне. Ләйсән Моратова — бейеү, Ғайсар Усманов йыр бүләк итте. Амангилде, Хәмит һәм Буранғолдан дүрт команда көс һынашты. Сәмле ярышта Амангилде ир-егеттәре алдынғылыҡты бирмәй, еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Икенселә буранғолдар, өсөнсө урында «Ҡыҙыл» (Амангилде) командаһы билдәләнде. «Иң яҡшы һөжүмсе» исеменә Милләт Ҡужахмәтов, «Иң яҡшы һаҡсы» тип Нәҡип Мөлөков билдәләнде. Ярышты ойоштороусылар һәм бағымсылар — Ғәдинан Усманов менән Айрат Баязитов командаларға аҡсалата приздар тапшырҙы.