+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2019, 12:11

Инвалид бала тәрбиәләүселәр иғтибарына!

Пенсия фонды идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала, тыумыштан I төркөм инвалидын тәрбиәләүсе ата-әсәгә йәки опекунға (уллыҡҡа алыусыға) айлыҡ түләм хаҡы арта. Башҡортостанда ул 11500 һум тәшкил итәсәк. Беҙҙең районда бындай айлыҡ түләмде 157 кеше ала. Пособиеның яңы күләмен билдәләү өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итеү талап ителмәй, ул ғаризаһыҙ тәғәйенләнә.
Читайте нас: