Асҡарҙа үҙәк майҙандағы тантана 10 сәғәттә башлана. Тамашасыларҙы Хәлил ауыл биләмәһенең һә-үәҫкәр артистары әҙерләгән концерт, йәрминкә, үҫентеләр, орлоҡтар менән сауҙа итеү көтә. Спорт һөйөүселәр еңел атлетика эстафетаһында (район үҙәгенең ойошма-предприятиелары, ауыл биләмәләре араһында барған спартакиада сиктәрендә), гер спорты, армрестлинг буйынса ярыштарҙа үҙен һынай ала.