+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель 2019, 12:39

Ҡош-ҡорт һатып алырға теләүселәр өсөн

Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Д. Харрасов ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, ситтән индерелгән ҡош итен контролдә тотоу, йоғошло сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында район үҙәгендә ҡош-ҡорт менән сауҙа итеү өсөн махсус урын тәғәйенләнде. Бөтә төр ҡош-ҡорт — себештәр, өйрәк, тауыҡ, ҡаҙҙар ветеринар белгестәр тарафынан махсус тикшереү үткәндән һуң район үҙәгендәге аҫҡы «Магнит» магазины эргәһендәге майҙансыҡта (Шайморатов урамы, 55) һатыуға сығарыласаҡ.
Читайте нас: