+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2019, 19:10

Һалдаттарҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында

Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған ғаилә юҡтыр. Күп совет һалдаттары яу ҡырында башын һалып, мәңгелеккә сит яҡтарҙа ятып ҡалды. Эҙәрмәндәр ҡаһарман һалдаттарҙың исемдәрен, яу юлын тергеҙеү, уларҙың яҡты иҫтәлеген туғандарына ҡайтарыу өсөн ҙур эш башҡара. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Һалдат яҙмышы» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе булдырылды. Өфө, Киров урамы, 1 адресы буйынса 139-сы адресҡа мөрәжәғәт итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған туғандарын, атай-олатайҙарын эҙләй ала. Заявкаларҙы [email protected] электрон адресына ла ебәрергә мөмкин.
Читайте нас: