+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2019, 12:51

Музейҙар һеҙҙе көтә

Башҡортостанда «Музейҙар төнө» тип исемләнгән халыҡ-ара акция 18 майҙың кисендә башлана. Республиканың 100-ҙән ашыу музейы төрлө саралар, күргәҙмәләр планлаштыра. Күп урында ул Театр йылы уңайынан «Музей һәм театр» тигән тематик кисәләр рәүешендә уҙһа, Башҡортостандың 100 йыллығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейы ошо акция айҡанлы, 17 майҙа Театр йылына бағышлап мәктәп уҡыусылары өсөн театраль-уйын тамашаһы ҡорасаҡ. Ә 18 майҙа беҙҙең музей киске сәғәт10-ға хәтлем эшләп, унда халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған әҙәби кисә уҙғарыла.
Читайте нас: