Республика һәм район биләмәһендә 20 майҙан 7 июнгә тиклем «Иғтибар: балалар!» махсус профилактик сара уҙа. Уның маҡсаты — балаларҙың юлда йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү, уҡыусылар ташыусы техинканың төҙөклөгөн тикшереү һәм кескәйҙәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен төшөндөрөү. ЮХХДИ инспекторҙары мәктәптәрҙә балалар өсөн хәүефһеҙлек дәрестәре уҙғарасаҡ, тип көтөлә.