«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы белдереүенсә, «Хәүефһеҙ мөхит» сайтында спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ рәүештә сауҙа итеүселәр тураһында хәбәр итеү өсөн мөрәжәғәт порталы булдырылған. Сайтҡа инеп, махсус ғариза формаһын тултырырға һәм сауҙа нөктәһенең географик урынын билдәләргә кәрәк. Мөрәжәғәт артабан тейешле власть органдарына ебәреләсәк һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары ҡараласаҡ.