БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, июндә республика халҡын ике байрам — Рамаҙан айы тамамланыуын билдәләүсе Ураҙа ғәйете һәм Рәсәй көнө көтә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 4 июнь — шишәмбе һәм 12 июнь — шаршамбы ял көндәре буласаҡ.