+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2019, 12:35

Электрон рәүештә генә

Ниһайәт, физик мөмкинлектәре сикле кешеләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ҡарар ҡабул ителде. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Д. Медведевтың Указына ярашлы, инвалидлыҡты билдәләүсе медико-социаль экспертизаның тәртибе үҙгәртелә. Документҡа ярашлы, МСЭ-ға йүнәлтмәне медицина ойошмаһы үҙе, электрон рәүештә ебәрәсәк. Инвалидтарҙың үҙҙәренә физик мөмкинлеге сикле икәнлеген раҫлау өсөн инстанциялар буйлап йөрөү талап ителмәйәсәк. МСЭ бюроһы медицина күрһәтмәләренә, белешмәләренә һәм табип һығымтаһына ярашлы, кешенең инвалидлыҡ төркөмөн билдәләй. Бынан тыш, Рәсәй Президенты В. Путин сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн комплекслы реабилитация үҙәктәрен арттырыу йүнәлешендә эшләргә ҡушты.


Читайте нас: