+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2019, 12:37

Аҙна һайын ике еңеүсе

Киләһе ярты йыллыҡҡа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу дауам итә. Шуның менән бергә гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҙа бара.

«Осҡон»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен редакцияға ебәргәндәр араһында был аҙнала Дәүләт ауылынан И. К. Ишбулдин еңеүсе булды. Һыу һибеү ҡоролмаһын отҡан еңеүсебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләген килеп алыуын көтөп ҡалабыҙ. Үҙең менән паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен алып килеү мотлаҡ.

Киләһе кесе йома көндө үтәсәк уйында ике еңеүсе билдәләнәсәк. Бүләкле булыу өсөн икенсе ярты йыллыҡҡа гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен редакция адресына ебәрергә генә кәрәк.

Мөхәрририәт.


Читайте нас: