Район прокуратураһы инициативаһы менән милек менән идара итеү комитеты рәйесе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Дәүләт һәм муниципаль милекте хосусилаштырыу буйынса закондың үтәлешен тикшереү барышында, район милек менән идара итеү комитеты рәйесенең аукциондар уҙғарыуы хаҡында интернет селтәрендәге
www.torgi.gov.ru сайтында муниципаль милекте хосусилаштырыу буйынса прогноз планы тураһында иғлан бирмәүе асыҡланды. Бынан тыш, чиновник дүрт муниципаль объект буйынса аукционда ҡатнашыу өсөн тәүге түләмдең хаҡын да күрһәтмәгән булып сыҡты. Объекттың башланғыс хаҡы — 860 мең һум булһа, задаток 172 мең тәшкил итергә тейеш.