-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2019, 12:03

Коррупция тураһында законды боҙоу осрағы асыҡланды

Асҡарҙа эшләүсе магазин хужаһы, һатыусы итеп, элек Дәүләт ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәре булып эшләгән ҡатынды алған. Законға ярашлы, эшҡыуар муниципаль хеҙмәткәр менән хеҙмәт килешеүе төҙөү тураһында уның элекке эш биреүсеһенә хәбәр итергә тейеш. Был шартты үтәмәгән эшҡыуарға ҡарата административ эш асылды һәм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 20 мең һум штраф һалынды.

Н. ЯХИН,

район прокурорының өлкән урынбаҫары.


Читайте нас: