-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2019, 12:35

Ҡотороҡ тағы баш ҡалҡыта

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Учалы районының Ҡалҡан ауылында ҡотороҡ сире асыҡланыуға бәйле, карантин иғлан итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ошо ауылда йәшәүсенең шәхси хужалығында сир табылыуы сикләү саралары индерергә мәжбүр итте. Карантин булған төбәктә йорт хайуандары менән сауҙа итеү, эт, бесәйҙәрҙе сығарыу, күргәҙмәләр ойоштороу тыйыла.
Читайте нас: