+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 12:55

Һабантуйҙарҙа эскелек булмаясаҡ

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең указы менән һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйҙы. Был закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ла хупланы. Атап әйткәндә, республикала һабантуйҙарҙа, Йәштәр көнөндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Белем көнөндә алкоголь менән сауҙа итеү тыйыла. Бынан тыш, ғәҙәти көндәрҙә спиртлы эсемлектәр һатыуҙың ваҡыты ла сикләнде, хәҙер ул 10-дан 22 сәғәткә тиклем генә рөхсәт ителә. «Әлбиттә, яңы законға ҡаршы килеүселәр ҙә табылыр, — тине Р. Хәбиров. — Әммә һабантуй ул, тәү сиратта халыҡ байрамы — спорт ярыштары, мәҙәни саралар, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү, бындай сарала балалар ҙа күп була. Шуға күрә һабан туйы айыҡ һәм имен үтергә тейеш».
Читайте нас: