+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 12:54

Йәйге ялға — бурысһыҙ

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы йәйге ял еткәнсе бурыстарҙы ҡаплап ҡуйырға саҡыра. Йыл башынан суд приставтары республикала йәшәүсе 214 мең кешегә Рәсәй биләмәһенән сығыуҙы сикләгән. Алимент, кредит буйынса бурыстар, юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һәм суд ҡарары менән сығарылған штрафтар ваҡытында түләнмәһә, отпускыға сығып, сит илдә ял итергә теләгән кешеләргә сик ябыла. Бурыстарығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген суд приставтары хеҙмәтенең рәсми сайтына инеп http://r02.fssprus.ru/ тикшерергә мөмкин.
Читайте нас: