+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 12:38

Бер айҙан аҙ ваҡыт ҡалды

Редакцияға «Осҡон»ға яҙылыу тураһында квитанциялар килеүен дауам итә. Һәр кем лотереяла үҙ бәхетен һынап ҡарарға теләй. Гәзитебеҙгә тоғро ҡалған дуҫтарыбыҙ араһында уйнатырлыҡ бүләктәр бар әле, «Осҡон»ға яҙылыу өсөн тағы бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, онотмағыҙ. Ә был аҙналағы уйында тағы ике приз үҙ хужаһын тапты: Яйҡар ауылынан Мәүлиҙә Айытбаева — йомшаҡ плед, Исхаҡтан Милләт Ҡустыбаев отверткалар йыйылмаһы отто. Еңеүселәрҙе паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен алып, бүләктәрен килеп алыуҙарын көтәбеҙ.
Читайте нас: