+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 12:26

«Таланттар йондоҙлоғо» йондоҙҙары

Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар араһында «Таланттар йондоҙлоғо» VIII асыҡ республика конкурсы үтте. Әбйәлилдең һәләтле балалары был сарала уңышлы сығыш яһаны. Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыһы Арсен Ниғмәтуллин «Генерал Игзаков» бейеүен башҡарып — Гран-при, Тупаҡ мәктәбенән Азалия Асманова — беренсе, Асҡарҙан Гүзәлиә Фәттәхова менән Хәмиттән Вилдан Зәйнишев икенсе урын яуланы. Арсен менән Азалия Ҡара диңгеҙ буйындағы шифаханаларға путевка менән бүләкләнде, ә Гүзәлиә менән Вилдан үҙебеҙҙең «Яҡты-Күл» шифаханаһында һаулыҡтарын нығытасаҡ.


Читайте нас: