12–15 июндә Өфөлә «Евразия йөрәге» IV Халыҡ-ара мәҙәниәт һәм сәнғәт фестивале үтә. Сара сиктәрендә Милли симфоник һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары ҡатнашлығында «Симфония төнө», фольклор төркөмдәренең «Этнотөн»ө, Милли кейем байрамы, республиканың 100 йыллығына арналған концерт уҙғарыу ҡаралған. Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән билдәле ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ.