+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2019, 13:27

Бөтәгеҙ ҙә һайлауға!

БР Үҙәк һайлау комиссияһы һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү, электораттың иғтибарын һайлау хоҡуҡтарына һәм процессына бәйле мәғлүмәти-аңлатыу һорауҙарына йүнәлттереү маҡсатында 5 июндән 5 июлгә тиклем «Бөтәгеҙ ҙә һайлауға!» мәғлүмәти плакаттар конкурсын иғлан итә.

Конкурсҡа төрлө художество техникаһында – тушь, гуашь, пастель, компьютер графикаһында башҡарылған А4 (альбом бите) йәки А3 (ватман) форматындағы ҡағыҙ битендә аҫтан уң яҡтағы мөйөштә авторҙың исем-фамилияһы, атаһының исеме яҙылған эштәр ҡабул ителә. Плакатта һайлауҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеген сағылдырыу, 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға тауыш бирергә килергә саҡырыусы лозунг, слоган яҙыу шарт. Ләкин унда теге йәки был кандидатҡа йәки сәйәси берләшмәгә агитация элементтары булмаҫҡа тейеш, бындай эштәрҙе конкурс комиссияһы ҡарамай. Мәғлүмәти плакатты коллаж рәүешендә йәки тулыһынса автор эше итеп башҡарыу мөмкин.

Конкурста ҡатнашыусыларға 450008, Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 46 адресы буйынса Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына анкета-заявка ебәрергә кәрәк.

Бәйләнеш телефондары: 8 (347) 218-11-14, 8 (347) 218-11-15.


Читайте нас: