Мал аҙығы әҙерләү осоро етеү менән үҙйөрөшлө машиналарҙы ҡулланыу әүҙемләшә. Ошоға бәйле, Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы 17-28 июндә республика буйынса «Хәүефһеҙлек көндәре» профилактикалау декаднигын уҙғара. Уның маҡсаты булып теркәлеү үтмәгән үҙйөрөшлө машиналарҙы асыҡлау һәм башҡа төр техниканы файҙаланыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү, ҡулланыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тора.