+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2019, 13:39

«Осҡон»һоҙ — донъя һанһыҙ

Ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына подписка тамамланыуға ни бары 10 эш көнө ҡалды. Төрлө сәбәптәр арҡаһында әлегә тиклем «Осҡон»ға яҙылып өлгөрмәгән тоғро дуҫтарыбыҙҙың ошо ваҡыт арауығында почта бүлексәләрендә район гәзиттәренә абонемент тултырырҙарына ышанып ҡалабыҙ һәм редакция уҙғарған отош уйындарында бәхеттәрен һынап ҡарарға саҡырабыҙ.

Был аҙналағы уйында Ҡушыйҙан Урал Суфиянов бинокль һәм Үтәгәндән Ишкилде Мөхәмәтйәнов ҡул бысҡыһы отто. Даланлы гәзит уҡыусыларыбыҙға өлөштәренә төшкән бүләктәрен редакциянан килеп алырға ғына ҡала. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙы — паспорт, ИНН һәм СНИЛС-ты алып килергә онотмағыҙ!

Мөхәрририәт.


Читайте нас: