6,3 миллиард һум — “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бүленәсәк ярҙам. Ауылдарҙа мәҙәни тормош гөрләһен, кешенең буш ваҡыты файҙалы үтһен өсөн йүнәлтелә ул. 2024 йылға тиклем бер клубҡа капиталь ремонт уҙғарыу, 26 яңы мәҙәни учреждение төҙөү планға алынған. Был маҡсатҡа 2,1 миллиард һум ҡаралған. 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк алынасаҡ. Китапханалар интернет менән тәьмин ителә. Ижади коллективтарға гранттар күберәк бүленәсәк.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға 17,5 миллиард һум аҡса бүленә. Улар тәү сиратта яңы белем биреү учреждениеларын төҙөүгә йүнәлтелә.
2024 йылға тиклем мәктәптәрҙә икенсе смена бөтөрөлөргә тейеш. Был проблема айырыуса Өфөлә көнүҙәк. Баш ҡаланан тыш, ике йыл эсендә республикала 21 яңы мәктәп төҙөләсәк. Ауыл ерҙәрендә урынлашҡан 198 мәктәптең матди-техник базаһы нығытыла, һанлы технологиялар индерелә. Быйыл өс технопарк асыла, унда балаларға робототехника, пилотһыҙ осоу аппараттарын конструкторлау мөмкинлеге биреләсәк.