+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь 2019, 13:01

Поликлиникалар яңы ҡорамалдар аласаҡ

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын бойомға ашырыу буйынса Башҡортостан 16 миллиард һум аҡса аласаҡ. Проект 8 өлөштән тора. Иң төп маҡсат – ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, яман шештән үлеүселәр һанын кәметеү, 2024 йылға төбәктә ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү. Проект сиктәрендә «Һаҡсыл поликлиника» программаһы тормошҡа ашырыласаҡ, тип хәбәр итә БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М. Забелин. Программа ярҙамында поликлиникаларҙың техник базаһы яҡшыртыласаҡ: биналар ремонтланасаҡ, рентген һәм ультратауышлы ҡоролмалар һатып алынасаҡ.
Читайте нас: