+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2019, 11:51

Һатып алыуҙар тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелде

Дәүләт һәм муниципаль мохтажлыҡтар өсөн тауарҙар һатып алыу, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә контракт системаһы тураһында Федераль законға үҙгәрештәр индерелде.

Һатып алыуҙар буйынса ыңғай эш тәжрибәһе булған бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары контрактты үтәүҙе тәьмин итмәһәләр ҙә була, тип билдәләнде.

Бынан ары заказсы контракт шарттарын боҙғандар менән килешеүҙе өҙөп, яңы һатып алыуҙар үткәрмәйенсә конкурент һатып алыуҙа ҡатнашҡан икенсе һатып алыусы менән контракт төҙөй ала.

Тағы шуныһы, электрон аукционда ҡатнашыуға заявкаларҙы ҡарау элек 7 көн булһа, хәҙер өс көн.

Шулай уҡ һатып алыусы менән килешеү төҙөгәндә аванс түләү тыйыла.

Б. Аҫылғужин,

район прокуроры.
Читайте нас: