+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2019, 12:49

14 июлгәсә оҙайтылды

Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып өлгөрмәгәндәр иғтибарына шуны еткерәбеҙ: ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу 14 июлгә тиклем оҙайтылды. Яҡын арала почта бүлексәләренә барып, почтальондарға мөрәжәғәт итеп йәки редакцияға килеп яҙылһағыҙ, иртәгәһе көндән гәзитте алып уҡыу мөмкинлеге буласаҡ.

«Осҡон»ға яҙылып, квитанция күсермәләрен уйында ҡатнашыуға ебәргәндәр араһында был аҙнала Ташбулаттан М.Н. Билалов термос, Ишҡолдан Гөлфара Ниғмәтуллина блендер отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм паспорт, ИНН, СНИЛС күсермәләрен тотоп, редакцияға килеүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.


Читайте нас: