24 июндән республикала «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы. Картаның хаҡы 50 һум. Карта эйәһе уның балансын үҙе теләгән суммаға тулыландыра һәм уның ярҙамында йәмәғәт транспортында йөрөгән өсөн ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшә ала. Башта транспорт картаһы менән Өфө халҡы файҙалана аласаҡ, аҙаҡ ул республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла әйләнешкә инәсәк.