Башҡортостанда ағымдағы йылдың ноябрендә үк «Салауатбыяла» АЙ-ы ассортиментын киңәйтеп, көҙгө етештерә башлаясаҡ. Етештереүсәнлек ҡеүәте йылына 4 миллион квадрат метр тәшкил итәсәк, аҙаҡ ул 6 миллионға еткереләсәк, тип «Инвестсәғәт»тә хәбәр итте компанияның генераль директоры С. Агуреев. Акционерҙар йәмғиәте был йүнәлештә 523,7 миллион һум аҡса һалырға әҙер. Төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуйҙы.