Бөгөн Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланды. Оло ҡорҙа 600-ҙән ашыу делегат, шул иҫәптән АҠШ, Швейцария, Голландия, Монако, Израиль һәм тағы 21 ил вәкилдәре ҡатнаша. Ҡорҙа мөһим мәсьәләләр тикшерелә һәм башҡорт халҡы үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә.