+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2019, 11:56

Ҡала мөхитен булдырыуға өҫтәмә аҡса

Төҙөкләндереү программаларын тормошҡа ашырыуҙы милли проекттар менән синхронлаштырған төбәктәргә өҫтәмә федераль аҡса бүлеү планлаштырыла. Был иҫәпкә яҡшы эш тәжрибәһе менән Башҡортостан Республикаһы ла инә. РФ Төҙөлөш министрлығы белдереүе буйынса ҡала мөхите булдырыуҙы комплексы хәл иткән, төҙөкләндереүҙе башҡа проекттар менән бәйле алып барырға тырышҡан, федераль ярҙамды һөҙөмтәле файҙаланып, биләмәне уңышлы үҫтергән төбәктәргә федераль аҡсаны бүлгәндә юғары коэффициент индереү юлдары ҡараласаҡ. «Уңайлы ҡала мөхите» проекты Рәсәйҙә 2017 йылдан В. В. Путиндың күрһәтмәһе буйынса башланғыс алды, хәҙер ул «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты составына инә. Милли проекты 2024 йылға тиклем финанслау күләме 287,9 миллиард һум тип планлаштырылған.


Читайте нас: